ЭТКИНА Эсфирь Исааковна (26.9. 1950, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) 1976 й. тиклем Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эшләй (1974 й. алып бүлек мөдире). 1979 й. башлап БДМУ‑ла (1992 й. алып балалар ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа брон­хы‑үпкә һәм аш һеңдереү системаларының хроник ауырыуҙарын өйрәнеүгә, күп факторлы ауырыуҙар ваҡытында мед.‑генетик тикшеренеүҙәргә һ.б. арналған. Э. ҡатнашлығында балаларҙа аденоид вегетацияларын дауалау һәм бронхиаль астманың шешеүгә ҡаршы базис терапияһы һөҙөмтәлелеген баһалау ысулдары эшләнә. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Социально‑гигиенические проблемы детской инвалидности в связи с церебральным параличом. Уфа, 1997 (авторҙ.); Медико‑социальные проблемы детей‑инвалидов и их се­мей. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина