ЭТИМОЛОГИЯ (гр. etymon — һүҙҙең төп мәғәнәһе һәм ...логия), тел ғилеменең һүҙҙәрҙең килеп сығышын өйрәнгән бүлеге. Э. өйрәнеү объекты — телдең һүҙлек составы сығанаҡтары һәм формалашыу процесы, боронғо осор (ғәҙәттә яҙмаға тиклемге) теленең һүҙлек составын реконструкциялау. Фоно‑семантик закондарға һәм классик сағыштырма‑тарихи ысулдарға таянған фәнни [мәҫ., “туй” (мул һыйлы табын), “туҡ”, “тул”, “туп” башҡорт һүҙҙәре “*tо” (тулы, мул булыу) дөйөм төрки тамыр морфемаһына барып тоташа], һәм осраҡлы оҡшашлыҡ һәм тап килеү тоҫмаллауҙары б‑са төҙөлгән халыҡ, йәки ялған (вульгар) Э. айырыла. Э. компаративистика, контрастивистика, ксенология, ностратика һ.б. м‑н бәйле. Теләһә ниндәй телдәге “үҙ” һәм “сит” ҡатламдарҙы айырыу Э. төп бурыстарының береһе булып тора. Мәҫ., урыҫ телендәге “игрений” (асыҡ ерән төҫтәге йылҡы) башҡорт телендәге “ерән” һүҙенән үҙләштерелгән, башҡорт телендәге “сумаҙан” һәм урыҫ телендәге “чемодан” һүҙе — фарсы теленән [“джамэдан” халаттар өсөн һандыҡ йәки күлдәк шкафы, “джамэ” — кейем, халат һәм “дан” — һаҡлау өсөн урынды һәм (йәки) һаҡлау урынын аңлатҡан постфикс]; башҡорт телендәге “тауар” һәм урыҫ телендәге “товар” һүҙе, Н.К.Дмитриев б‑са, сыуаш телендәге “тавар” (тоҙ) һүҙенән алынған. Автохтон топонимдарҙың, этнонимдарҙың һ.б. этимологияһын билдәләгәндә ҡатмарлыҡтар тыуа, мәҫ., Өфө й. атамаһы һәм унан яһалған ҡала исеме, Ж.Ғ.Кейекбаев б‑са, “һыу, йылға” дөйөм мәғәнәһен аңлатҡан уғыр өн комплекстарына бәйле. Фәндә “башҡорт” (ҡара: Башҡорт) һүҙенең 40‑ҡа яҡын версияһы күрһәтелә, улар араһында “башҡа” (икенсе, үҙенә башҡа, айырым) һәм “урҙа” (ғәскәр, хан ставкаһы) композиталары башҡа төрки ырыу‑ҡәбилә берләшмәләре араһында башҡорт этногенезының үҙенсәлекле булыуын билдәләй. Берҙән‑бер Э. (“абсолют”) булмаған осраҡта, Э. төрлө варианттары осрауы мөмкин: урыҫ теле аша үҙләштерелгән башҡорт телендәге “төрмә” һүҙе алтай те­лендәге “тэрме” һүҙенә (тирмәнең рәшәткәле стенаһы), ш. уҡ герман телендәге “Turm” һүҙенә (төрмә башняһы, баструк) барып тоташырға мөмкин. БР‑ҙа Э. проблемалары Р.Ғ. Әх­мәтйәнов, Т.М.Ғарипов, Ш.В. Нафиҡов (ТТӘИ) тарафынан өйрәнелә. Ғарипов тарафынан “Башҡорт теленең тарихи‑этимологик һүҙлеге”нең 2 баҫмаһы (2007, 2009) сығарыла. “Төрки телдәрҙең этимологик һүҙлеге” (1—7‑се томдар, Мәскәү, 1974 — 2003) нәшер ителә.

Әҙәб.: Этимологика: сб. науч. ст. Уфа, 2006.

Т.М.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов