ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, сәнәғәт һәм а.х. сеймалын эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостандың Э.с. яғыулыҡ сәнәғәте (күмер һәм нефть сығарыу сәнәғәтенән тыш), нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте (тау химияһы сәнәғәтенән тыш), машиналар эшләү, ҡара металлургия, төҫлө металлургия, ағас эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, быяла һәм фарфор‑фаянс сәнәғәте, еңел сәнәғәт, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте, микробиология сәнәғәте, он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте, медицина сәнәғәте, полиграфия сәнәғәте инә. Респ. эшкәртеү производстволары 6 меңдән ашыу ойошма һәм терр‑я б‑са айырым бүлектәрҙән тора, уларҙа 222 меңдән ашыу кеше эшләй. 2012 й. эшкәртеү производствоһы пр‑тиелары тарафынан 924,1 млн һумға үҙҙәре етештергән тауар ебәрелгән һәм үҙ көстәре м‑н хеҙмәт күрһәтелгән, был респ. сәнәғәт секторы күләменең 80,6%‑ын тәшкил итә. Сәнәғәт производствоһы индекстарының динамикаһы табл. бирелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов