ЭТИЛЕНДИАМИН, 1,2‑диаминоэтан, Н2NC2Н4NH2, алифатик амин. Аммиак еҫле, һауала төтәгән төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 10,9°С, tҡайнау 117°С, тығыҙлығы 899 кг/м3; һауа м‑н ҡу­шылмаһының шартлау сиге күләмгә 3,82 — 19,6%, үҙенән‑үҙе янып китеү т‑раһы 403°С. Һыуҙа, спиртта, ацетонда эрей, эфирҙа — сикле эрей, углеводородтарҙа эремәй. Көслө ни­геҙ, тоҙҙар, ҡайһы бер металдар м‑н комплекслы берләшмәләр, йылытҡанда — карбон кислоталары һәм альдегидтар м‑н моно‑, диамидтар (имидазолин, имидазолидин элгәр­ҙәре) барлыҡҡа килтерә. Э. көкөртлө углерод м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп 2‑меркаптоимидазолин йәки этилен‑бис‑(дитиокарбамат); алкилгалогенидтар м‑н — моно‑һәм икеләтә алмаштырылған; дигалогенидтар м‑н — катионлы полимер продукттары алына. Э. акрилонитрил м‑н цианэтилирлана, эпоксидтар м‑н проксаминдар барлыҡҡа килтереп ок­сиалкилирлана. Э. 1,2‑дикетондар, 2‑имидазолидинон (этиленмочевина), мочевина м‑н пиперазинға, 2,3‑дигидропиразиндарға конденсацияланыуы мөмкин. Лайлалы тиресәләрҙе, ти­рене ҡуҙғыта, бауырҙы зарарлай (һауала ПДК‑һы 2, һыуҙа 0,2 мг/м3). Башлыса дихлорэтанға, ш. уҡ моноэтаноламин (ҡара: Этаноламиндар), этлен, формальдегид һәм синиль к‑таһы ҡатышмаһына аммиак м‑н тәьҫир итеп алына. Фунгицидтар, буяғыстар, дарыуҙар, латекстар, эмульгаторҙар стабилизаторҙарын, фенол‑формальдегид ыҫмалалары пластификаторҙарын, минераль майҙарға присадкалар етештереүҙә, эпоксид ыҫмалаларын, полиуретандар һәм термопластик адгезивтарҙы һ.б. ҡатырыусы булараҡ ҡулланыла. Э. тоҙҙары туҡыу сәнәғәтендә йомшартыу агенттары составында файҙаланыла; Э. тартраты пьезоэлектрик үҙсәнлектәргә эйә. Башҡортостанда 60‑сы йй. уртаһында Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) Э. һәм уның нигеҙендә продукттар, ш. иҫ. полиэтиленполиаминдар, пиперазин һәм уның сығарылмаларын (технологияһы 1967 й. Ғ.Ғ. Ғарифйәнов, Р.Н.Заһиҙуллин һ.б. тарафынан эшләнә; 2000 й. алып бутау ҡоролмаһы булған ҡулайлама эшләй, ҡеүәте минутына 300 әйләнеш) күпләп етештереү үҙләштерелә (ҡеүәте йылына 6000 т). 1979 й. илдә тәүге тапҡыр Э. 1,2‑дихлорэтан м‑н тәьҫир итештереп триэтилентетрамин етештереү үҙләштерелә (ҡеүәте йылына 1000 т). 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ‑нда илдә берҙән‑бер Э. һәм монохлоруксус к‑таһының натрий тоҙо нигеҙендә этилендиамин­тетрауксус к‑таһы һәм уның динатрий тоҙо (трилон Б) производствоһы эшләй (ҡеүәте йылына 1800 т).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов