ЭШ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, аттарҙы а.х. һәм транспорт (ҡара: Артмаҡлы‑менге транспорт, Егеүле транспорт) эштәрендә (еккелә, эйәр һәм йөк аҫтында) һ.б. файҙаланыу м‑н бәйле булған йылҡысылыҡтыңүҫеш йүнәлештәренең береһе. Атты ҡулланыуҙың төп төрө булып уның еккеләге эше тора. Ҡолондарҙы еккелә һәм эйәр аҫтында файҙаланыуға өйрәтеү һәм әҙерләү, ш. уҡ еккелә эшләүгә өйрәтеү 2,5 йәштән алып, еңел эштәрҙә ҡулланыу 3 йәштән алып тәҡдим ителә, сөнки эш йылҡыһының формалашыуы тамамланмаған була (ҡара: Йәш мал үҫтереү). Аттарҙың эш сифаттарына тартыу көсө (ауырлығы 400 кг тиклем булған йылҡы өсөн уларҙың тере массаһының 15%‑ын, 500 кг тиклем — 14%‑ын, 600 кг һәм унан да күберәк булған ат өсөн 13% тәшкил итә), хәрәкәт тиҙлеге (атлап — 4—7 км/сәғ., юрттырып — 10—12 км/сәғ.) һәм эш дауамлылығы (аҫрау шарттарына, эш һәм ашатыу режимына бәйле) хас. Йылҡы өсөн эш режимы һәм көн тәртибе уның юғары нервы эшмәкәрлеге характерынан һәм күнеккәнлегенән торған индивидуаль хәрәкәт ритмын һәм темпын иҫәпкә алып билдәләнә.

Әҙәб.: Мурсалимов В.С., Сатыев Б.Х. Башкирская лошадь. Уфа, 1989.

Б.Х.Сатыев

Тәрж. Г.А.Миһранова