ЭХИНОКОККОЗ, кеше һәм хайуандарҙың паразитар ауырыуы, Taeniidae ғаиләһе Echinococcus затына ҡараған таҫма ҡорттар ҡарышлауыҡтары тыуҙыра; паренхиматоз ағзаларҙың зарарланыуы хас. Оло паразиттар (таҫма стадияһы) аҙаҡҡы хужаның (йыртҡыс хужаның) нәҙек эсәгендә йәшәй, улар хайуандарҙың зарарланған ағзаларын һәм емтектәрен ашағанда зарарлана. Ваҡытлы хужалар (кеше, а.х. малы) алиментар юл м‑н зарарлана. Эсәклектә онкосфералар ҡан тамырҙарына, аҙаҡ ҡан ағымы м‑н төрлө ағзаларға (бауыр, үпкә, бөйөр, баш мейеһе һ.б.) үтеп инә, унда паразитар кисталар (эхинококк ҡыуыҡтар) барлыҡҡа килтерә. Э. хроник рәүештә бара. Төп симптомдары ҡыуыҡтарҙың урынлашыуына һәм зарарланыу интенсивлығына бәйле сағыла. Бөтә ерҙә таралған.

Кеше Э. Тыуҙырыусылары: Echinococcus granulosus (циста Э. тыуҙыра) һәм Echinococcus multilocularis (альвеоляр Э., йәки альвеококкоз). Симптомһыҙ, клиник сағылыш, асыҡ күренгән патологик үҙгәрештәр һәм өҙлөгөүҙәр стадиялары айырыла. Күпселек осраҡта аш һеңдереү (онкосфералар м‑н бысранған аҙыҡ‑түлекте ҡулланыу, урам эттәре м‑н контакт һ.б.) юлы аша йоға. Диагностика өсөн клиник, лаб. (серологик) һәм инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, радиоизотоп сканерлау, компьютер томографияһы һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау хирургик (эхинококкэктомия), медикаментоз (альбендозол, немозол). Өҙлөгөүҙәр: паразитар кистаның ҡорһаҡ (перитонит) йәки плевраль (плеврит) ҡыуышлыҡҡа үтеп инеүе, анафилактик шок, кистаның эренләүе һ.б. Иҫкәртеү: зарарланыуҙың төп сығанаҡтарын асыҡлау һәм бөтөрөү, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һ.б. Башҡортостанда Э. таралыуы 100 меңгә 4— 10 кеше тәшкил итә (башлыса Урал аръяғында, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа теркәлә). Медицина университетында 20 б. 50‑се йй. алып ауырыуҙың эпидемиологияһы, патоморфологияһы, диагностикалау һәм оператив дауалау ысулдары өйрәнелә (Н.Ғ.Ғатауллин, И.‑Ғ.Ғ. Ҡадиров, А.А.Легос, И.Ә.Сафин, Т.С. Һөнәрғолов һ.б.). 90‑сы йй. башлап бауырҙың эхинококк м‑н зарарланыуын диагностикалау һәм миниинвазив хирургик дауалау (А.З. Вафин, С.Ә.Мөслимов, А.Х.Мостафин, М.Ә.Нартайлаҡов, В.У.Сатаев), ш. иҫ балаларҙа бауыр (А.Ә. Ғүмәров, И.А.Мәмлиев, Р.Х. Шәңгәрәева һ.б.) һәм үпкә (Н.П.Васильева, М.И. Ғүмәров) зарарланғанда аллоген трансплантаттар һәм лазер нурланышы (Д.Р.Мөшәрәпов, Нартайлаҡов, В.С. Пантелеев), лапараскопик эхинококкэктомия ысулдары камиллаштырыла. Иҫкәртеү, ш. иҫ. Э. эпидемиологик‑эпизоотологик күҙәтеү (Г.Е. Ефимов, В.В.Плечев, Ғ.З.Хәзиев) һәм биол. өлгөлә тыуҙырыусыны идентификациялау (Г.И.Лоҡманова) ысулдары эшләнә.

Хайуандар Э. Тыуҙырыусыһы — Echinococcus granulosus. Һарыҡтар, һыйыр малы, сусҡалар, төньяҡ боландары, һирәгерәк дөйәләр, кәзәләр һәм йылҡы ауырый. Төп симптомда­ры: хәлһеҙлек, аппетит юғалыу, анемия, лайлалы тиресәләрҙең һары төҫкә инеүе, тын ҡыҫылыу, йүткереү һ.б. Диагностика патологоанатомик, лаб. һ.б. тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау үткәрелмәй, хайуандар һуғымға тапшырыла, зарарланған ағзалары юҡ ителә. Иҫкәртеү: эттәрҙе гельминтһыҙландырыу, мал һуйыуға санитария‑ветеринария күҙәтеү һ.б. Башҡортостанда 2008 й. Э. м‑н ауырыу осрағы теркәлгән: һыйыр малы — 4600 баш, сусҡа — 553, ат — 4 баш. 20 б. 60‑сы йй. алып Ветеринария лабораторияһында Э. тыуҙырыусының биологияһы мәсьәләләре, диагностикалау һәм иҫкәртеү ысулдары, Э. һыйыр итенең сифатына һәм биол. ҡиммәтенә тәьҫире (В.С.Буранбаев, С.М.Вәлиуллин), 80— 90‑сы йй. Аграр университетта — Э. респ. таралыуы, уның м‑н көрәш саралары (Хәзиев һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: Х а з и е в Г.‑Г.З. Распространение, меры борьбы и профилактики эхинококкоза в БАССР. М.,1987; Эхинококкоз печени /М.А. Нартайлаков [и др.]. Уфа, 2006.

Г.И.Лоҡманова, М.Ә.Нартайлаков, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова