ЭФИР МАЙҘАРЫ, эфир майлы үҫемлектәр тарафынан бүлеп сығарылған осоусан органик берләшмәләр (ирекле хәлдә йәки гликозидтар рәүешендә) ҡатышмаһы. Төп компоненттары — терпендар һәм терпеноидтар, алифатик (альдегидтар, кетондар, лактондар, органик к‑талар, спирттар, углеводородтар, фенолдар, эфирҙар һ.б.) һәм үҫемлек ароматик берләшмәләре. Сеймалдың төрө б‑са Э.м. яран, лаванда, әлморон һ.б., төп компоненты б‑са — камфора, терпентин, эвгенол һ.б. төрҙәре айырыла. Э.м. миҡдары ауырлығы (масса б‑са 0,001—20%), составы б‑са төрлө (мәҫ., кориандр сәскәле Э.м. 80%‑ҡа тиклем децил альдегиды, орлоҡтарында — 70%‑ҡа тиклем линалоол) һәм үҫемлектәрҙең төрөнә (астра һымаҡтар, ирен сәскәһымаҡтар, сатыр һымаҡтар, лавр, мирт һымаҡ үҫемлектәр, роза һымаҡтар һ.б. күпләп туплана), үҫеү дәүеренә (сәскә атыу һәм орлоҡтары өлгөрөү осоронда, ш. уҡ йәш өлөштәрендә), үҫеү интенсивлығына, тупраҡҡа, климат шарттарына, йыл миҙгеленә бәйле була. Үтә күренеүсән төҫһөҙ йәки буялған (дәрсендең Э.м. — ҡуйы көрән, үрмәле ҡанүләндең— ҡыҙыл, бергамоттың — йәшел, ябай меңъяпраҡтың һәм дарыу ромашкаһыныңЭ.м. асыҡ күк төҫтә) шыйыҡсалар; тығыҙлығы башлыса 1‑ҙән кәмерәк; tҡайнау 140—260°С; парға әйләнгәндә май табын ҡалдырмай, күптәре оптик активлыҡҡа эйә һ.б.; һыуҙа эремәй, аҙ полярлы органик эретмәләрҙә эрей; яҡтылыҡ, кислород тәьҫиренән окислана, ыҫмалана; ҡайһы берәүҙәрен һыуытҡанда кристаллик (стеароптендар: бөтнөк Э.м. — ментол, ажгон, ҡанүлән Э.м. — тимол һ.б.) һәм шыйыҡ өлөшө (элеоптен) барлыҡҡа килә; рН нейтраль йәки юғары. Үҫемлектәрҙең экзо‑ (биҙсә, биҙсә төксәләре, тимгел), эндоген (эске ҡыуышлыҡтар, каналсыҡтар, секретор юлдары, паренхима күҙәнәктәре) берләшмәләрендә туплана; уларҙың еҫен билдәләй, паразиттарҙан һаҡлай, һеркәләндереү өсөн бөжәктәрҙе йәлеп итә, йылылыҡ биреүҙе кәметә һ.б. Эшкәртелмәгән (ярандың йәшел массаһы, лаванда сәскәһе һ.б.), бер аҙ киптерелгән (бөтнөк), киптерелгән (ҡылыс үлән, ирис тамырҙары) йәки ферментацияланған (роза сәскәһе, имән мүге) сеймалдан Э.м. гидродистилляциялау, преслау, еңел осоусан эреткестәр, шыйығайтылған углерод диоксиды м‑н экстракциялау, ҡайһы берҙә ҡаты хәлдәге (анфлераж) йәки 50—70°С‑ҡа тиклем йылытылған май (мацерация) ярҙамында алына. Кондитер, консерва, парфюмерия‑косметика, аҙыҡ‑түлек, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә; аттрактанттар, дарыуҙар, репелленттар, лак һәм лак‑буяу материалдарыныңэреткестәре, флотореагенттар (ҡара: Флотация), хуш еҫле матдәләрҙе синтезлау өсөн сеймал сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда 70‑тән ашыу төр эфир майлы үҫемлек (аҡ ҡайын, дарыу бесәй үләне, бейек андыҙ, ябай мәтрүш, ябай йүкә, ябай еҙтөймә, әсе әрем һ.б.) үҫә. Ботаника баҡса‑институтында 20 б. 50‑се йй. алып респ. флораһыныңэфир майлы үҫемлектәренең таксонометрик составы (Е.Н.Клобукова‑Алисова), эфир майлы декоратив үҫемлектәрҙең, дарыу үҫемлектәренеңһ.б. (И.А.Анищенко, О.А. Кравчук һ.б.) интродукцияһы, 90‑сы йй. башлап ылыҫлы тоҡом популяцияларының биологияһы, генетикаһы, экологияһы һәм структураһы (В.П. Путенихин, Н.В.Старова, З.Х. Шиһапов һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Биология институтында 60‑сы йй. һирәк осраған эфир майлы үҫемлектәрҙең ареалдары, сеймал запасы асыҡлана, һаҡлау ысулдары табыла (Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров, А.Ә. Мулдашев һ.б.); БДУ‑ла 90‑сы йй. алып уларҙың ресурстары (ҡара: Биологик ресурстар), халыҡ медицинаһында файҙаланыуы (С.С.Хәйретдинов) өйрәнелә. Органик химия институтында терпеноидтарҙың биол. активлығына тикшереү үткәрелә (Л.П. Боцман, Р.И.Ғәлиева, О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков, Г.А.Толстиков). 2000 й. башлап БДМУ‑ла үҫемлектәрҙән (һары мәтрүш һ.б.) һәм уларҙың йыйымдарынан Э.м. алыу, идентификациялау б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (Н.В.Кудашкина, Т.И. Плеханова, Р.Р.Фәйзуллина һ.б.). Э.м. “Башспирт”, “Омелия”, “Чародейка” пр‑тиелары һ.б. файҙалана.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов