ЭТӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 120 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 757 кеше; 1920 — 926; 1939 — 833; 1959 — 686; 1989 — 551; 2002 — 544; 2010 — 506 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1739 й. һәм 1794 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы удмурттар күсеп ултырған (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән). 1795 й. 17 йортта 114 кеше йәшәгән, 1865 й. 63 йортта — 412 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 тирмән, мануфактура һәм бакалея кибеттәре теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Р.А.Хисаметдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов