ЭТТӘР (Canidae), йыртҡыстар отрядына ҡараған имеҙеүселәр ғаиләһе. 10‑дан ашыу заты, 30‑ҙан ашыу төрө билдәле. Антарктиданан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Баш­ҡортостанда 3 затҡа (төлкөләр, эттәр, янут‑эттәр) ҡараған 5 төрө осрай. Кәүҙәһе һомғол, уртаса йәки ныҡ һуҙылған, оҙонлоғо 50 см алып (төлкө) 160 см тиклем (бүре), ауырлығы 60 кг тиклем. Йөнө оҙон, ҡуйы, ҡабарынҡы, төҫө төрлө, аҡ, көрәнһыу һоро, ерәнһыу көрән, асыҡ ерән тондар өҫтөнлөк итә. Башы оҙонса моронло. Ҡолаҡтары төҙ, осло, аҡ төлкөнөкө— йомро. Күреү, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләттәре яҡшы үҫешкән. Йыртҡыс тештәре башҡа аҙау тештәренән эрерәк, ҡаҙыҡ тештәре оҙон, үткер. Аяҡтары бармаҡта йө­рөүсән, алғылары — биш бармаҡлы, артҡылары — дүрт бармаҡлы. Тырнаҡтары тупаҡ, эскә батмаған. Ҡойроғо оҙон, йомшаҡ. Күпселек Э. — моногам. Енси яҡтан йәшәүенең 1‑се йылына өлгөрә. Быуаҙлығы 50—65 көн дауам итә. Йылына 1 тапҡыр 2—7 (ҡайһы саҡта 17— 22‑гә тиклем) бала тыуҙыра. 8—16 йыл йәшәй. Йыл әйләнәһенә, ғәҙәттә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында әүҙем (янут‑эттәр — төндә, ҡыш көнө йоҡоға тала). Кимереүселәр, ҡуяндар, ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, балыҡтар, бөжәктәр, емтек, өлөшләтә үҫемлек аҙығы м‑н туҡлана. Урмандарҙа, далаларҙа, йылға үҙәндәрендә осрай; өңдәрҙә, ҡайһы берҙәре (мәҫ., бүре) ояларҙа йәшәй. Респ. бөтә терр‑яһында, ҡарһаҡ Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдыныңкөньяҡ өлөшөндә таралған. Спорт һунары объекттары, төлкө — йәнлекселек һәм һунар объекты. Аҡ төлкө — ҡиммәтле тиреле йәнлек. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә, ҡотороу ауырыуын тыуҙырыусыларҙы таратыусы булыуы мөмкин.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова