ЭТОЛОГИЯ (гр. еthos — йола, ғәҙәт, характер һәм ...логия), хайуан, кеше һәм уларҙың төркөмдәре ҡылығының биол. нигеҙҙәре т‑да фән. Фаунаны рациональ файҙаланыу һәм уны һаҡлау өсөн генетикаға бәйле (инстинктив) ҡылыҡ компоненттарын анализлауҙы, уларҙың эволюцияһын асыҡлауҙы тормошҡа ашыра. Э. нигеҙендә И.П.Павловтың юғары нервы эшмәкәрлеге т‑дағы тәғлимәте ята. Генетика, популяциялар экологияһы, физиология, ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, эксперименталь психология һ.б. м‑н бәйле. Э. төп бу­рыстары: тыумыштан булған һәм өйрәтеү процесында барлыҡҡа килгән инстинкттар нисбәтен, ҡатмарлы ҡылыҡ акттарын формалаштырғанда һәләттәрҙе, хайуандарҙың соц. ҡылығын тикшереү. 20 б. 30‑сы йй. Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында һуйыр һәм ҡорҙарҙың (С.А. Северцов), 70—90‑сы йй. тояҡлыларҙың үрсеүе, уларҙың эре йыртҡыстар м‑н үҙ‑ара бәйләнеше (Н.М. Гордиюк) өйрәнелә. 80‑се йй. алып Аграр университетта а.х. малдарының популяцион һәм репродуктив ҡылыҡ системаларына тикшеренеүҙәр башлана (Н.Г.Фенченко), этологик күҙәтеүҙәрҙе баһалау методикаһы эшләнә (Х.В.Вәлиәхмәтова, П.Я. Гущин, С.Ғ.Исламова, Р.М. Мөҙәрисов, Э.Х. Хантимерова, В.Р.Хөсәйенов һ.б.); 90‑сы йй. аҙ. башлап тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында дауам ителә (В.В.Евстигнеев, Фенченко, Н.И.Хәйруллина, Ф.М.Шәғәлиев, З.З.Шәрипов һ.б.), һөҙөмтәләр селекция‑тоҡомсолоҡ эшендә ҡулланыла. Башҡорт дәүләт университетында бөжәктәрҙең һаҡланыу ҡылығы стратегиялары (В.Ф.Хәбибуллин), Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һыу ҡоштарының (Ә.Ф. Мәмәтов), РФА Урал бүлексәһенең Үҫем­лектәр һәм хайуандар экологияһы ин‑тында (Екатеринбург ҡ.) ареалдары өлөшләтә БР терр‑яһына ингән ҡош төрҙәренең (В.К.Рябицев) инстинктив ҡылығы аспекттары өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Биокоммуникация.

Әҙәб.: Ф е н ч е н к о Н.Г. Селекционно‑генетические и технологические особенности формирования поведения сельскохозяйственных животных. Уфа, 1994; Ю д и н М.Ф., Ф е н ч е н к о Н.Г., Л а з а р е н к о В.Н. Этология крупного рогатого скота. Уфа; Троицк, 2001; Г о р д и ю к Н.М. Взаимоотношения диких копытных животных и крупных хищников Южного Урала. Миасс, 2002.

И.П.Дьяченко, Н.Г.Фенченко, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова