ЭТНОСОЦИОЛОГИЯ, социологияла этностарҙың килеп сығышын, тәбиғәтен, функцияларын, үҫеш үҙенсәлектәрен, этник‑ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнгән һәм уларҙы тикшереү нигеҙҙәрен, методологик принциптарын эшләгән фәнни йүнәлеш. Э. төшөнсәһе 20 б. 30‑сы йй. индерелгән. Тарих, социаль философия, этнология һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Э. айырым аспекттары 20 б. башында Ә.Ә.Вәлидов тарафынан эшләнгән. Башҡорттарҙыңформалашыуы һәм таралып ултырыуы Р.Ғ. Кузеев, Н.А.Мәжитов һ.б.; социаль стратификация проблемалары Ф.С.Фәйзуллин; башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһы — Р.З.Йәнғужин; йәшәү рәүеше һәм рухи мәҙәниәте үҙенсәлектәре — Н.В. Бик­булатов; дәүләт ҡоролошо, төбәктә милләт‑ара мөнәсәбәт мәсьәләләре, этник берләшмәләр һәм шәхес араһында үҙ‑ара бәйләнеш һәм үҙ‑ара эш итеү — Д.Ж.Вәлиев, Й.М. Ғиләжетдинов, Р.И.Ирназаров, М.Ж. Кейекбаев, Фәйзуллин, Б.Х. Юлдашбаев һ.б.; этник үҙаңпроблемалары А.Й.Зарипов, Фәйзуллин һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртылған.

Әҙәб.: В а л е е в Д.Ж. Национальный суверенитет и национальное возрождение. Уфа, 1994; З а р и п о в А.Я., Ф а й з у л л и н Ф.С. Этническое сознание и этническое самосознание. Уфа, 2000; Файзуллин Ф.С., Асылгужин Р.Р. Этничность и этническая идентичность. Уфа, 2005.

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Х.Хужин