ЭТАНОЛАМИНДАР, дөйөм формулаһы RR’NCH2CH2OH [R=R’=H — моноэтаноламин (2‑аминоэтанол, этаноламин, коламин), R=H,R’=CН2СН2ОН — диэтаноламин (иминодиэтанол), R= =R’=CH2CH2••OH — триэтаноламин (нитрилотриэтанол)] булған амин спирттары. Ҡайһы бер Э. (моноэтаноламин) һәм уларҙың сығарылмалары (мәҫ., холин) тәбиғәттә тарал­ған. Аммиак кеүек еҫле төҫһөҙ ҡуйы гигроскопик шыйыҡсалар, һыуҙа, спирттарҙа, бензолда, хлороформда яҡшы, гептанда — насар эрей. Э. — көсһөҙ нигеҙҙәр. Моноэтаноламин бромлы водород к‑таһы м‑н виниламиндар, карбониллы берләшмәләр (формальдегидтан тыш) м‑н — Шифф нигеҙҙәре һәм оксазолидиндар, көкөртлө углерод м‑н — N‑(2‑гидроксиэтил) дитиокарбамин к‑таһы; калий карбонаты булғанда диэтаноламин юғары альдегидтар м‑н — өсөнсөл туйындырылмаған амин спирттары; моно‑һәм диэтаноламиндар ҡатмарлы эфирҙар һәм карбон кислоталары м‑н — ярашлы амидтар, формальдегид м‑н — метилол сығарылмалары, углекислый газ м‑н — ярашлы N‑гидроксиэтилкарбамин к‑талары һәм уларҙың тоҙҙарын, акрилонитрил м‑н — N‑(2‑гидроксиэтил)‑аминопропионитрил, этиленкарбонат м‑н — уретанлы гликолдәр, дикарбон к‑талары м‑н — полиэфирполиамидтар; триэтаноламиндар м‑н — “ҡораулы” полиаминополиэфирҙар барлыҡҡа килтерә. Э. башлыса аммиактың ҡуйыртылған эретмәһен этилен окисы м‑н туйындырыу һәм ҡатышманы фракциялау юлы м‑н алына. Э. тире эшкәртеүҙә, дарыуҙарҙы, инсектицидтарҙы, консерванттарҙы, өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе синтезлау сеймалы сифатында (эмульгаторҙар, диспергаторҙар, йыуыу саралары, күбек стабилизаторҙары һ.б.); моноэтаноламин — этилендиамин, N‑винилпирролидон алыу; диэтаноламин — пиперазин, полиэтиленполиаминдар, пластифи­каторҙар етештереүҙә; моно‑ һәм диэтаноламиндар — технологик газдарҙы, ш. иҫ. углеводород газдарҙы, таҙартыу процестарында регенерация йотоусылары сифатында; триэтаноламин — коррозия ингибиторы, антифриздарға өҫтәмә сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда Э. етештереү 20 б. 60‑сы йй. Дәүләт ғәмәли химия ин‑ты (Ленинград) проекты б‑са Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ойошторола (ҡеүәте йылына 12 мең т). “Каустик” ПБ‑нда 1976 й. алып моноэтаноламин диэтилентриамин сығарыуҙа файҙаланыла. 80—90‑сы йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында Э. ҡулланып гербицид препараттары етештереү технологиялары эшләнә (Р.Б. Вәлитов, В.Д.Симонов һ.б.).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов