ЭТНОС (гр. ethnos төркөм, ҡәбилә, халыҡ), тарихи яҡтан формалашҡан, терр‑яһы, тарихы, мәҙәниәте уртаҡ булған кешеләр төркөмө. БашҡорттарҙыңЭ. булараҡ формалашыуы Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе сиктәрендә б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. тамамлана. Этногенез һәм этник тарих барышында башҡорт этносына хас билдәләр йыйылмаһы барлыҡҡа килә: этник терр‑я (ҡара: Башҡортостан), үҙ атама (ҡара: Этнонимика), тел (ҡара: Башҡорт теле), этник үҙаң, антропологик типтар, туғанлыҡ системаһы, социаль структура, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбиләҡоролошо һ.б. Рухи (йола хоҡуғы нормалары, йола, традициялар, фольклор, башҡорт әҙәбиәте, халыҡ музыкаһы һ.б.) һәм матди (биҙәүҡулланма сәнғәте, башҡорт кейеме, башҡорт аш‑һыуы, традицон биҙәүестәр һ.б.) өлкә элементтары халыҡтың этник мәҙәниәтен тәшкил итә. Хужалыҡ‑иҡт. эшмәкәрлек (ҡара: Хужалыҡ, Һөнәрселек, Кәсептәр) Башҡортостандың геогр. үҙенсәлектәрен һәм тәбиғәт ресурстарын (ҡара: Этноэкология) иҫәпкә алып үҫешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң барлыҡҡа килгән сәйәси, соц. һәм этник процестар этномәҙәни характеристикаларҙың үҙгәреүенә, башҡорттарҙың этнографик төркөмдәре барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Автономия ойошторолғандан һуң башҡорт халҡы туплана. Милли сәйәсәт башҡорт телен, милли үҙаңды, мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, халыҡ кәсептәрен һ.б. тергеҙеүгә йүнәлтелә.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин