ЭТАЛОНДАР (фр. etalon), үлсәү берәмегенең күсермәһен алыу, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн техник сара. Дәүләт һәм халыҡ‑ара; метрологик тәғәйенләнеше б‑са — беренсел, икенсел, эш, сағыштырыу һәм башҡа Э. айырыла. Халыҡ‑ара Э. Халыҡ‑ара үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр бюроһында (Севр ҡ., Франция) һаҡлана һәм күҙәтеп торола. Беренсел Дәүләт Э. ил терр‑яһында башланғыс сифатында раҫлана; “Росстандарт” Техник көйләү һәм метрология б‑са федераль агентлыҡтың 7 ғилми ин‑тында: Д.И.Менделеев ис. Бөтә Рәсәй Метрология ҒТИ‑нда (С.‑Петербург) оҙонлоҡ, масса, ток көсө берәмеге, яҡтылыҡ көсө берәмеге, 0 — 2500°С диапазонында т‑ра, 0,05 — 10 МПа диапазонында баҫым берәмектәре Э.; Бөтә Рәсәй Физик‑техник һәм радиотехник үлсәүҙәр ҒТИ‑нда рН, аэрозолдәрҙең, саң бөртөктәренең һәм онтаҡ рәүешендәге материалдарҙың дисперслы параметрҙары берәмектәре Э.; Бөтә Рәсәй Оптик‑физик үлсәүҙәр ҒТИ‑нда (икеһе лә — Мәскәү) яҡтылыҡ һәм өҙлөкһөҙ нурланыш ағымы көсө, лазер нурланышының уртаса ҡеүәте, һынылыу күрһәткесе, полярлашыу яҫылығының әйләнеү мөйөшө берәмектәре; Себер Метрология ҒТИ‑нда (Новосибирск ҡ.) һ.б. электр сыҙамлылығы, электр һыйҙырышлылығы, коаксиаль тулҡын йөрөткөстәрҙәге тулҡын ҡаршылығы, башланғыс сағыштырмаса магнитлы үткәреүсәнлек берәмектәре Э. эшләнә һәм һаҡлана. РФ‑тың үлсәүҙәр берҙәмлеген тәьмин итеү б‑са эталон базаһына дәүләт (128 беренсел, 312 икенсел һәм яҡынса 100 мең эш Э.), хәрби (52) һәм юридик шәхестәргә ҡараған (яҡынса 75 мең) Э. инә (2010). Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгендә 1334 эш Э. (2010), ш. иҫ. нуленсе разряд Э. ингән баҫым (йөк‑поршенлы ике 0,6 Мпа һәм 6 МПа ВПИ манометры составында) һәм масса (КГЭ‑1, ГЭ‑1110, СМГО‑1а‑4111 герҙәре составында) Э. бар.

Й.Г.Байморатов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов