БАЙТИМЕР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 62 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 493 кеше; 1920 — 585; 1939 — 345; 1959 — 261; 1989 — 164; 2002 — 159; 2010 — 140 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Өршәкбаш-Ҡарамалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1773 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1775 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа бында яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. 1865 й. 47 йортта 303 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Р.А.Ризуанов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика