ЭТАЛА ҠАҘ (Rufibrenta ruficollis), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Гыдан, Таймыр, Ямал ярымутрауҙарының тундраларында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 53 — 56 см, ауырлығы 1 — 1,7 кг, ҡанат йәйеме 116 — 135 см. Ҡауырһыны сағыу төҫтә: маңлайы, башының һәм муйынының өҫкө яғы, арҡаһы, ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, башының ян‑яғында киң аҡ ҡайма м‑н уратып алынған ерән тап бар. Боғағы һәм кәүҙәһенең ян‑яғы ерән, ҡара ҡорһағынан аҡ һыҙыҡ м‑н айырылған. Ҡорһағының артҡы өлөшө аҡ төҫтә. Суҡышы һәм муйыны ҡыҫҡа. Аяҡтары ҡара. Енси диморфизм аҙ беленә: ата ҡоштар инәләренән бер аҙ ҙурыраҡ. Моногам. Ояһын йылға үҙәндәренең текә битләүҙәрендә, йылға һәм йырын ярҙарында ҡыяҡлыларҙың һ.б. үҫемлектәрҙең ҡоро һабаҡтарынан ҡора, мамыҡ түшәй.

Ояла йәшкелт төҫмөрлө 3 — 9, йышыраҡ 5 — 7 аҡһыл һары йомортҡа була. Инә ҡош яҡынса 3,5 аҙна баҫа, ата ҡош яҡын‑тирәлә йөрөй. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Күрән, ҡыяҡлылар, мамыҡбаш күрән, үлән тамырсалары һәм тамырһабаҡтары м‑н туҡлана. Ҡыуаҡлыҡтар үҫкән йылға һәм бәләкәй күл ярҙарында йәшәй. БР‑ҙа осоп барышлай Баш­ҡортостандың Урал алдында (Ағиҙел й. түбәнге ағымында, Асылыкүлдә, Ҡандракүлдә) һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Рәсәй эндемигы. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова