ЭТНОЛОГИЯ (этнос... һәм ... логия), өйрәнеү предметы халыҡтар, уларҙың формалашыуы (ҡара: Этногенез), этник тарих, матди һәм рухи мәҙәниәт үҙенсәлектәре (ҡара: Этник мәҙәниәт), этник үҙаңһ.б. булған фән. Антропология, археография, археология, библиография, сығанаҡтар өйрәнеү, сәнғәт ғилеме, фольклористика, тел ғилеме һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. 19 б. аҙ. этнографиянан теоретик өлөш булараҡ айырылып сыға һәм яйлап башланғыс терминды алмаштыра; Рәсәйҙәике атамаһы ла ҡулланыла. Башҡортостанда тәүге этнологик тикшеренеүҙәр Ырымбур экспедицияһы (1734—44) һәм Академик экспедициялар эшмәкәрлеге м‑н бәйле, улар барышында башҡорттарҙың йолалары, байрамдары, фольклоры, хужалығы, традицион шөғөлдәре, кейем‑һалымы, аш‑һыуы, кәсептәре, көнкүреше һ.б. б‑са материалдар йыйыла һәм системаға һалына. Этнологик тикшеренеүҙәр башҡорттар тураһында фәнгә башланғыс бирә. 19 б. — 20 б. башында Башҡортостанды өйрәнеүгә һәм башҡорттарҙың көнкүреше, мәҙәниәте т‑да этнологик мәғлүмәттәр йыйыуға архив комиссиялары, Император Ирекле иҡт. йәмғиәте, Рус география йәмғиәте, Ҡазан археология, тарих һәм этнография йәмғиәте, Мәскәү тарих һәм боронғо Рәсәй ҡомартҡылары йәмғиәте, Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте, Ырымбур һәм Өфө губерна статистика комитеттары һ.б. ғалимдары (Н.А.Аристов, А.Е. Алекторов, В.В.Вельяминов‑Зернов,В.Н. Витевский, В.В.Григорьев, Н.А.Гурвич, В.И.Даль, Д.К.Зеленин, Р.Г. Игнатьев, М.В.Лоссиевский, П.И. Небольсин, Д.П.Никольский, В.И. Филоненко, В.М.Черемшанский һ.б.) ҙур өлөш индерә. 20 б. башында Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте, СССР ФА эргәһендәге СССР‑ҙың һәм уға сиктәш илдәр халҡының ҡәбиләләр составын өйрәнеү комиссияһы, Башҡортостан комплекслы экспедицияһы (Ф.А.Фиельструп, С.И. Руденко, Г.Ф.Вилданов, А.С. Бежкович, Г.И.Комиссаров, П.А. Петров‑Туринге һ.б.) тарафынан Урал буйы халыҡтарына статистик‑иҡт., антропологик, медицина‑санитария, тарихи‑археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Руденконың “Башҡорттар: этнологик монография тәжрибәһе” хеҙмәте башҡорттарҙың Э. б‑са тәүге комплекслы фәнни тикшеренеү булып иҫәпләнә. Башҡортостанда этнология мәктәбенең барлыҡҡа килеүе Р.Ғ.Кузеев эшмәкәрлегенә һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында этнология бүлеге (1957 й. этнография төркөмө булараҡ асыла, 1959 й. алып археология, этнография һәм сәнғәт секторы, 1976 й. башлап археология һәм этнография секторы, 1978 й. — этнография секторы, 1993 й. — этнография һәм антропология бүлеге, 2006 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә) асылыуға бәйле. Башҡорттарҙың этногенезы, этник тарихы, этнографик төркөмдәре, этник төркөмдәре, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбиләҡоролошо, башҡорт тамғалары, шәжәрәләре, башҡорт халҡының тарихи демографияһы һ.б. (Кузеев), башҡорттарҙың ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре, бала тыуыуға бәйле йолалары, туй йолалары, ерләү йолалары, байрамдары һ.б. (Н.В.Бикбулатов), башҡорттарҙың биҙәүҡулланма сәнғәте, башҡорт кейеме, башҡорт аш‑һыуы, торлағы, традицион интерьеры, хужалыҡҡаралтылары һ.б. (С.Н.Шитова), йөрөү саралары, традицион кәсептәре һәм һөнәрҙәре (М.Ғ.Муллағолов), никах, ғаилә, хужалығы (М.В. Мырҙабулатов, Г.А.Кинйәбаева), антропология, антропометрия, дерматоглифика, краниология һ.б. (Р.М.Йосопов), ғаилә, йолалар һәм ғөрөф‑ғәҙәттәр (Ф.Ф. Фәтихова) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 20 б. аҙ. алып бүре культы, ҡоштар культын һ.б. өйрәнеүгә А.Ф.Илембәтова, традицион аш‑һыуҙы — Э.В.Миһранова, башҡорт орнаментын һәм сигеүҙе — Е.Е. Нечвалода, туҡыусылыҡты — З.М. Дәүләтшина, традицион кейем материалдары нигеҙендә башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең үҙ‑ара тәьҫир итешеүен өйрәнеүгә Г.Р.Ҡотошованың һ.б. хеҙмәттәре арналған. БДУ‑ла тради­цион хужалыҡ тарихы һәм башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһы (Р.З.Йәнғужин), башҡорттарҙың исламға тиклемге дини инаныуҙары, тәңрелек, шаманизм ҡалдыҡтары (М.Н.Сөләймәнова), башҡорт‑татар проблемаһы (Ә.З.Әсфәндиәров, Р.Н. Рәхимов, Р.И.Яҡупов) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 1980 йй. алып республикала планлы рәүештә белорустарҙың (Шитова), урыҫтарҙың (И.В.Күсемов, Е.С.Данилко), татарҙарҙың (Яҡупов, Дәүләтшина), украиндарҙың (В.Я.Бабенко), сыуаштарҙың (И.Г.Петров, А.Н.Михайлов) һ.б. Башҡортостан халыҡтарының Э. өйрәнелә. 90‑сы йй. башынан Этнологик тикшеренеүҙәр институтында Урал халыҡтарының Э. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 21 б. башынан Йосопов, Ю.А. Әбсәләмова, М.М.Маннапов һ.б. тарафынан башҡорт диаспоралары һәм башҡорт этник төркөмдәре (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары, Кама‑Ыҡ башҡорттары, Ырымбур башҡорттары, Пермь башҡорттары) өйрәнелә. Э. дини аспекттарына ҙур иғтибар бүленә (А.Б.Юнысова, З.Ғ.Әминев, З.И.Миңлебаева). Йыйылған этнографик коллекциялар нигеҙендә Археология һәм этнография музейы асыла, ТТӘИ‑нең системаға һалынған фототекаһы (12 меңдән ашыу берәмек) булдырыла. 40‑тан ашыу этнографик экспедиция, 20‑гә яҡын антропологик экспедиция, археография комиссияһы һәм ТТӘИ‑нең башҡа бүлектәре м‑н берлектә Башҡортостан һәм башҡорттар тупланып йәшәгән урындар буйлап 30‑ға яҡын археографик экспедиция ойошторола. Башҡорттарҙың һәм Урал‑Волга буйының башҡа халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәтен тикшереү һөҙөмтәләре “Башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәте” (“Декоративно‑прикладное искусство башкир”; 1964), “Башҡорт халҡының килеп сығышы: этник составы, урынлашыу тарихы” хеҙмәттәрендә, “XIX б. — XX б. башында башҡорттарҙың хужалығы һәм мәҙәниәте” (“Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в.”; 1979), “Башҡортостан халыҡтары: тарихи‑этнографик очерктар” (“Народы Башкортостана: историко‑этнографические очерки”), “Башҡорттар: Этник тарих һәм традицион мәҙәниәт” (“Башкиры: Этническая история и традиционная культура”; икеһе лә — 2002), “Башҡортостан Республикаһының тарихи‑мәҙәни энциклопедик атласы” (“Историко­культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан”; 2007) һ.б. йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға. “Башҡортостан археологияһы һәм этнографияһы” (“Археология и этнография Башкирии”; 5 томда, 1962—1973 йй.) сериялары, археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе хеҙмәттәре нәшер ителә. Өфөлә “Евразия халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: боронғо ваҡытта, урта быуаттарҙа һәм хәҙерге заманда” (“История и культура народов Евразии: древность, средневековье и современность”; 1992), “Этнос, йәмғиәт, цивилизация: II Кузеев уҡыуҙары” (“Этнос, общество, цивилизация: II Кузеевские чтения”; 2009) һ.б. халыҡ‑ара фәнни конференциялар; этнографтар һәм антропологтар; төркиәтселәрҙең (икеһе лә — 1997) һ.б. халыҡ‑ара конгрестары үткәрелә. 20 б. 2‑се ярт. этноархеология, этноботаника, этнопедагогика, этноэкология һ.б. үҫешә.

Әҙәб.: К у з е е в Р.Г. Наука в Башкирской АССР сегодня и завтра. Уфа, 1980; Б и к б у л а т о в Н.В. Становление и развитие этнографической науки //В научном поиске. Уфа, 1982; Почувствовать дыхание времени, дыхание народов: (интервью с чл.‑корр. РАН, акад. АН РБ Кузеевым Р.Г.) //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №3.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин