ЭТ ЭСӘГЕ ҺЫМАҠТАР, сырмалсыҡтар (Convolvulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 50‑нән ашыу заты, 1500 төрө билдәле, башлыса Азияның, Американың һәм Африканың тропик һәм субтропик бүлкәттәрендә, һирәгерәк ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Үләндәр, һирәк осраҡта ҡыуаҡлыҡтар йәки ҙур булмаған ағастар; күптәре — үрмәле үҫемлектәр; йыш ҡына һөт һымаҡ һуты бар. Башҡортостанда үрмәкәй һәм эт эсәге заттарына ҡараған 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр: баҫыу эт эсәге — үренте тамырлы үҫемлек, ҡойма үрмәкәйе — тамырһабаҡлы. Һабаҡтары йомро, үрмәле, һирәгерәк түшәлеүсән. Япраҡтары ябай, бөтөн, һөңгө йәки өсмөйөшлө йомортҡа рәүешле, төбөндә йөрәккә оҡшаған; һаплы, сиратлы. Сәскәләре эре, аҡ, тоноҡ ал йәки ал төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, ике ҡатлы 5 быуынлы сәскә эргәлеге була, тиҙ һулый. Касаһы айырым япраҡлы (үрмәкәйҙең касаһы ике япраҡ һымаҡ сәскә ҡолаҡсыны м‑н уратып алынған), тажы йәбешкән япраҡлы, буранка‑ҡыңғырау формаһында. Һеркәстәре 5, емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлектәре — 2, 3 сәскәле ҡуйын дихазийҙары, ҡайһы берҙә сәскәләре яңғыҙ. Бал ҡорттары, күбәләктәр, себендәр һеркәләндерә. Емеше — ҡыҫҡа моронло ҡумта; үрмәкәй орлоҡтары — һыу ағымдары, эт эсәге орлоҡтары ҡоштар, ваҡ ер хайуандары һәм кеше ярҙамында тарала. Ҡалдау, ташландыҡ ерҙәрҙә, баҡсаларҙа, йылға һәм күл ярҙарында, ҡы­уаҡлыҡтар араһында үҫә. Э.э.һ. баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлектәре һәм ҡый үләндәре; составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова