ЭТ ЭСӘГЕ, с ы р м а л с ы ҡ (Convolvulus), эт эсәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда баҫыу Э.э. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Тамыр системаһы тупраҡҡа 2 м тиклем тәрәнлеккә үтеп инә, үҫемлек тамырҙарының дөйөм оҙонлоғо 400 м етергә мөмкин. Һабағы бер аҙ ҡытыршы, түшәлеүсән йәки уралыусан, оҙонлоғо 2 м тиклем. Япрағы һөңгө һымаҡ, һаплы. Сәскәһе аҡ йәки тоноҡ ал төҫтә, яңғыҙ, июнь — сент. сәскә ата. Емеше — һөңгө йәки уҡ һымаҡ ҡумта, авг. — окт. өлгөрә. Ыҙандарҙа, ҡалдауҙарҙа, юл буйҙарында, далала, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Ағыулы үҫемлек. Үренте тамырлы ҡый үләне, яҙғы һәм ужым культураларының сәсеүлектәрен, пар баҫыуҙарын, баҡсаларҙы баҫып ала. Тамыр үрентеләре, ш. уҡ орлоҡтар м‑н үрсей. Бер үҫемлек 400 — 600 орлоҡ бирә, улар тупраҡта шытыусанлығын 3 йыл һаҡлай. Респ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: тәрән һөрөү, культиваторҙар һәм лущильниктар м‑н күп тапҡыр ҡырҡыу, а.х. культуралары сәсеүлектәрен 2,4‑Д төркөмөнә ҡараған гербицидтар м‑н эшкәртеү.

Әҙәб.: Бахтизин Н.Р., Рахимов Э.М. Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958; Фисюнов А.В. Сорные растения. М., 1984.

М.Б.Әмиров

Тәрж. Г.А.Миһранова