ЭТНОЛИНГВИСТИКА, телде мәҙәниәткә булған мөнәсәбәтендә, телдең йәшәүендә һәм эволюцияһында тел, этномәҙәни, этнопсихологик факторҙарҙың бәйләнешен өйрәнгән тел ғилеме йүнәлеше. Тел тарихы мәсьәләләре, унда матди һәм рухи мәҙәниәттең сағылышы башҡорт тикшеренеүселәре тарафынан әүҙем өйрәнелә. Башҡорт этнографияһы башында торған С.И.Руденко (1925), Инан Әбделҡадир (1954) хеҙмәттәрендә этнолексемаларҙың мәҙәни йөкмәткеһенә иғтибар бүленә. Башҡорт Э. дөйөм проблемаларына, атап әйткәндә, этносемантика, этносоциолингвистика мәсьәләләренә Т.М.Ғарипов, М.В. Зәйнуллин, З.Ғ.Ураҡсин, Ф.Ғ. Хисамитдинова хеҙмәттәре арналған. З.М. Рәйемғужина, Р.Х.Хәйруллина хеҙмәттәрендә фразеологизмдарҙың мәғәнә ойоштороусы компоненттарына донъяның фразеологик моделе элементтары булараҡ концептуаль анализ үткәрелә. Этнолингвистика проблемалары, “мәҙәни биҙәкле лексика”, “милли‑мәҙәни семантика”, “милли‑мәҙәни компонент”, “донъяның милли образы” төшөнсәләре Л.Ғ.Сәйәхова, Л.Х.Сәмситова, Р.Н.Һаҙыева хеҙмәттәрендә ҡарала. Г.Һ.Бохарова хеҙмәттәрендә башҡорт топонимияһы башҡорттарҙың мифологияһы, пантеоны, донъяға ҡарашы, традициялары, йолалары м‑н, Хисамитдинова хеҙмәттәрендә демонология, традицион халыҡ медицинаһы тел м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәттә өйрәнелә. Башҡорт теленең тематик төркөмдәре лексикаһын өйрәнеү этнолингвистик планда ҡыҙыҡһыныу уята. Этномәҙәни йөкмәткеле лексика М.И. Баһауетдинова, Т.Ғ.Байышев, М.И. Дилмөхәмәтов, Г.Д.Зәйнуллина, Э.Ф. Ишбирҙин, А.Ә.Камалов, Т.Х.Күсемова, Н.Х.Мәҡсүтова, У.Ф.Нәҙерғолов, Р.Шәкүр һ.б. хеҙмәттәрендә; этносты билдәләгән мөһим параметрҙарҙың береһе булараҡ фольклор теле — Б.С.Байымов, С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, Ә.М.Сөләймәнов, Р.Ә. Солтангәрәева хеҙмәттәрендә бирелә. Телдә һөйләшеүселәрҙең этномәҙәниәте б‑са мәғлүмәттәр башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә (ҡара: “Башҡорт теленең һүҙлеге”) осрай.

Р.Н.Һаҙыева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов