ЭТ МУЙЫЛЫ (Frangula), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың һәм Африканың субтропик, уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ерек рәүешле, йәки мурт Э.м. үҫә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡлыҡ йәки ағас, бейеклеге 1,5 — 7 м, шыма, ҡара ҡабыҡлы. Ботағы нәҙек, йәш үрендеһе ҡыҙғылт көрән төҫтә, ланцет формаһындағы аҡ һабаҡ ауыҙсалары бар; бөрөһө көрән төҫтә, ебәк кеүек төклө. Япрағы ябай, кире йомортҡа һымаҡ йәки оҙонса, шыма ситле, осло, ситендә 6 — 8 пар тамырсыҡ була, өҫтән ҡуйы йәшел, ялтыр, аҫтан һарғылт йәшел, сиратлы. Сәскәһе тыштан һарғылт йәшел, эстән аҡ төҫтә, ваҡ, тар ҡыңғырауға оҡшаш, ике енесле, 5 быуынлы, ҡуйын ярымсатырҙарында йәки шәлкемдәрендә урынлашҡан. Апр.—июлдә сәскә ата. Емеше һутлы, төш формаһында, июль — сент. өлгөрә. Йылға, күл ярҙарында, ваҡ ағаслыҡта, япраҡлы һәм ылыҫлы урман ситтәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Составында антрагликозидтар, b‑каротин, дуплау матдәләре, С витамины булған ҡабығы медицинала ҡулланыла. Емеше ағыулы. Баллы, декоратив үҫемлек. Ат, кәзә, һарыҡ өсөн мал аҙығы үҫемлеге. Емешендә, ҡабығында һәм япрағында буяусы матдәләр бар.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова