ЭТ ҠАҠЫҺЫ (Sisymbrium), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 90 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: бейек Э.ҡ., дарыулы Э.ҡ., иҙел Э.ҡ., Лёзель Э.ҡ., төҙ Э.ҡ., төрләнсек Э.ҡ. Бер, ике һәм күп йыллыҡ үлән кеүек үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 50—200 см тиклем. Япраҡтары ҡауырһын бүлемле, һирәгерәк бөтөн, һаплы, сиратлы. Сәскәләре ваҡ, тоноҡ һары төҫтә, тәлгәштәргә йыйылған. Май — авг. сәскә ата. Емеше — бер аҙ бөгөлгән ҡытырмаҡлы ҡуҙаҡ, июнь—сент. өлгөрә. Юл буйҙарында, йырындарҙа, а.х. культуралары сәсеүлектәрендә, ҡалдау ерҙәрҙә, көтөүлектәрҙә, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә, респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Ҡый үләндәре, бик күп төрҙәре — ағыулы үҫемлектәр.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова