БАЙТАЛЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Байталлы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 813 кеше; 1920 — 1012; 1939 — 896; 1959 — 584; 1989 — 462; 2002 — 458; 2010 — 445 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17—18 бб. арауығында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1716 й. һәм 1719 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында мишәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. (типтәрҙәр ҙә теркәлгән) 27 йортта 208 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 528 кеше. 1834 й. бында ш. уҡ керҙәш башҡорттар теркәлгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика