ЭТ ДЕГӘНӘГЕ, һ ы р л а н (Bidens), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр.

Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы йәки ябай. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы теҙелгән (өҫкөләре ҡайһы берҙә сиратлы), ҡыҫҡа һаплы йәки ултырма, эре, өс бүлемле, өс теленмәле, ҙур урта айырсалы; өҫкө япраҡтары (бөгөлгән Э.д. бөтә япраҡтары ла) — бөтөн, ланцет формаһында; ситтәре ғәҙәттә бысҡы һымаҡ йәки тигеҙһеҙ киртләсле. Сәскәләре яңғыҙ йәки ҡалҡансаларға йыйылған һары йәки көрән‑һары төҫтәге кәрзинкәләрҙә урынлашҡан, ике енесле, көпшәле; ситке тел япраҡлы сәскәләре ҡайһы ваҡытта емешһеҙ. Кәрзинкә үҙәге яҫы, ҡыяҡ ярылы сәскә яны япраҡтары бар; урама япраҡсалары каса йәки бокал формаһында, ике рәтле, тышҡылары — үләнле, эске япраҡсаларының киң ярылы ҡаймаһы була. Июль — авг. сәскә ата. Емеше — кире шына кеүек өс ҡырлы ялпаҡ йәки дүрт ҡырлы орлоҡса, осонда 2 — 4 эләктереүсән киртләсле ҡылсыҡ бар. Быуа, йылға, күл ярҙары, һаҙлыҡ ситтәре буйлап, канауҙарҙа, дымлы болондарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, юл тирәһендә үҫә. Бүленгән Э.д. һәм нурлы Э.д. респ. бөтә терр‑яһында, бөгөлгән Э.д. күбеһенсә Башҡорто­стан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында таралған. Составында витаминдар, дуплау матдәләре, кумариндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Үләненән туҡымалар өсөн асыҡ һары буяу, емешенән майлылығы юғары булған май алына. Бүленгән Э.д. — баллы, витаминлы, дарыу үҫемлеге.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова