ЭҪЕМ ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһының Шайтан‑Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Эҫем й. буйында нигеҙ һалына, Үрге Эҫем суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1759 й. И.Б. Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), Түб. Эҫем тимер етештереү з‑ды 1782 й. Я.Б.Твердышев тарафынан асыла. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й. алып Бекетовтар, 1829 й. башлап Балашовтар, 1913 й. — “Эҫем заводтары һәм Уралда беренсе ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоралдары акционерҙар йәмғиәте”; 1917 й. национализациялана. Эҫем тау округына ингән. Үрге Э.з. 1761 й., Түб. Э.з. 1782 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. Үрге Э.з. 2 домна мейесе, 5 йәйеү һәм якорь сүкеше, 5 крица горны, Түб. Э.з. 6 сүкеше һәм 6 крица горны була. 1840 йй. заводтар 15 рудникҡа (шуларҙың 5‑әүһе эшләгән); 297,1 мең дисәтинә ергә хужа була. 18 б. аҙ. Э.з. 2478 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә. 1783—96 йй. 1 млн 820 мең бот суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына яҡынса 140 мең бот, макс. — 1 млн 138 мең бот тәшкил итә (1913). 1842 й. крица горндары контуаз горндарына алмаштырыла, 1875 й. пудлингылау индерелә. 1913 й. а.x. машиналары һәм ҡоралдары, арбалар, суйын ҡойолмалар һәм сүкелгән металл киҫәктәре эшләү б‑са ф‑ка ойошторола. Крәҫтиәндәр һу­ғышы (1773—75) осоронда Үрге Э.з. крәҫтиәндәренең бер өлөшө 1773 й. нояб. баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1774 й. майында завод яндырыла, 1777 й. тергеҙелә. Үрге Э.з. база­һында “Агрегат” ААЙ ойошторола. Хәҙ. завод торамаһы урынында Эҫем ҡ. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин