ЭҪЕМ, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Амшар һыртының төньяҡ битләүенән башлана. Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Әшә й. тамағынан — БР‑ҙың Иглин р‑ны, Ләмәҙ й. тамағынан — Иглин һәм Архангел р‑ндары сиге, Инйәр й. тамағынан Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндары буйлап үтә. Ағиҙел й. (тамағынан 561 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 239 км, басс. майҙаны 11700 км2, дөйөм түбәнәйеүе 423 м. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 120 км. Был участкала башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 66%‑ы — яҙғы (апр.—май), 25%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль — окт.), 9%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 145 м3/с. Басс. рельефы үрге ағымында уртаса бейеклектәге тауҙарҙан тора, аҫҡы пермдең эзбизташ­тарынан, доломиттарынан, балсыҡтарынан, ҡомташтарынан, һәүерташтарынан, девондың мергелдәренән, рифейвендтың конгломераттарынан, карбонаттарынан барлыҡҡа килгән; түбәнге ағымында тигеҙлектә урынлашҡан, аҫҡы пермдең өфө ярусы һәм ҡазан ярусы балсыҡтарынан, ҡырсынташлыҡтарынан, аргиллиттарынан ғибәрәт; карст үҫешкән (ҡоро үҙәндәр, мәмерйәләр, ш. иҫ. Ҡыуыштау мәмерйәһе һ.б.). Ландшафы һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора, йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡта болонло далалар осрай. Басс. 78%‑ын урман ҡаплаған, түбәнге ағымында 5%‑ы һөрөлгән, 2%‑ы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Әшә, Теләк; һул — Арҙагүл, Ләмәҙ, Инйәр һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев