ӘШӘЛСӘ ҺЫМАҠТАР (Orchidaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 750 заты, 25 меңдән ашыу төрө билдәле,бөтә Ер шары буйлап таралған.Күп йыллыҡ үләндәр.Башҡортостанда 21 зат­ҡа (калипсо, липарис, малаксис, офрис һ.б.) ҡараған 35 төрө үҫә. Тамырһабаҡлы йәки бүлбеле күп йыллыҡ үләндәр. Күбеһенсә автотрофтар. Мәрйентамыр, оягөл, һаҡалтай сәскә (һары‑йәшел һәм һарғылт һоро үҫемлектәр) — облигат микотрофтар. Йәйге йәшел (калипсо — ҡышҡы йәшел, гудайера — мәңге йәшел) үҫемлектәр. Һабаҡтары йомро йәки ҡытыршы, төҙ, ябай, ҡайһы бер төрҙәренең төбөндә бүлбе һымаҡ ҡалыная. Япраҡтары ябай, бөтөн, шыма ситле, ланцеттан алып йомортҡа формаһына тиклем, сиратлы, ҡайһы берҙә ҡапма‑ҡаршы, мәрйентамыр, оягөл, һаҡалтай сәскәнең япраҡтары — тәңкә рәүешле, еңсәле йәки һабаҡты то­тош уратып ала. Сәскәләре зигоморф, эре һәм сағыу йәки ваҡ һәм күркһеҙ, ҡайһы бер төрҙәрҙең — хуш еҫле. Сәскә эргәлеге япраҡсалары 3‑әрләп 2 түңәрәк яһап урынлашҡан. Ҙурлығы, төҫө һәм формаһы м‑н айырылып тороусы эске түңәрәк япраҡсаларының береһе (ирен) аҫҡа йүнәлгән, ҡайһы бер төрҙәренең төбөндә оҙонайған ҡыуыш үҫенте булып һуҙылған. Сәскәләрендә гиностемий була (һеркәлек ептәре һәм емешлек бағанаһы ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә). Күпселек Ә.һ. 3 һеркәлектең 1—2‑һе итләс йәки таж япрағына оҡшаш стаминодийҙарға әйләнгән. Һеркә бөртөктәре йыш ҡына төйөрсөктәр (поллинийҙар) булып йәбешә, ҡайһы бер төрҙәрҙә поллинийҙан, һаптан һәм йәбешкәк дискынан торған поллинарийҙар барлыҡҡа килә. 2 һер­кәлекле төрҙәрҙә һеркә бөртөктәре ҡойолоусан. Емешлеге 1, емшәне аҫҡы. Емешлек ауыҙы 3 айырсалы, бик күп төрҙәрҙә 1 айырса “суҡышҡа” әйләнгән. Сәскәләре башаҡтарҙа, тәлгәштәр­ҙә, ҡайһы берҙә яңғыҙ урынлашҡан. Бөжәктәр ярҙамында, күп төрҙәре бер йәки бер нисә һеркәләндереүсе ярҙамында һеркәләнә. Емеше — составында туҡлыҡлы матдәләр булмаған бик күп (2 млн тиклем) орлоҡло ҡумта, шытҡанда бәшмәктәр м‑н симбиозға мохтаж була. Шытымдары оҙайлы ваҡыт дауамында ер аҫтында үҫешә. Урмандарҙа, аҡландарҙа, һаҙлыҡтарҙа, ҡайһы берҙәре ҡая яланғаслыҡтарында үҫә. Декоратив үҫемлектәр, дарыу үҫемлектәре (кәкүк әшәлсәһе, төн миләүшәһе, әшәлсәзаты төрҙәре), баллы үҫемлектәр (ике япраҡлы төн миләүшәһе, турҡалы әшәлсә, Фукс бармаҡтамыры һ.б.). Составында лайлалар, флавоноидтар һ.б. булған һырылыусан гудайера, ысын оягөл һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Ә.һ. 31 һирәк төрө индерелгән, шуларҙың 13‑ө (реликттар — бөжәкле офрис, ир әшәлсәһе, оҙонъяпраҡ ойошһеркә; Лёзель липарисы, оҙонъяпраҡ бармаҡтамыр, һуғанбашлы калипсо, ысын кәкүк ситеге, эресәскә кәкүк ситеге, япраҡһыҙ һаҡалтай сәскә һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән.

М.М.Ишморатова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова