БАЙСАҠА, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 361 кеше; 1920 — 399; 1939 — 239; 1959 — 213; 1989 — 107; 2002 — 95; 2010 — 54 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1755 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Байсаҡа Аҡҡошов исеме м‑н аталған. 1795 й. 16 йортта 95 кеше йәшәгән, 1865 й. 52 йортта — 283 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика