ЭССЕН Пётр Кириллович (11.8.1772—23.9.1844, С.‑Петербург, Орёл губ. ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1819). Граф (1833). А.В.Суворовтың 1799 й. Швейцария походында, 1806—07 йй. рус‑прусс‑француз һуғышында, 1806—12 йй. рус‑төрөк, 1812 й. Ватан һуғыштарында, рус армияһының 1813—14 йй. һәм 1815 й. сит ил походында ҡатнашыусы. 1791—1817 йй. рус армияһында. 1800 й. алып Выборг хәрби губернаторы. 1806 й. башлап 7‑се, һуңынан 8‑се, 27‑се, 4‑се пехота див. етәкселек итә. 1817—30 йй. Ырымбур хәрби губернаторы, бер үк ваҡытта Ырымбур айырым корпусы командиры. Ырымбур ҡ. хәрбиҙәр торлағын ябыуға, Өфө ир балалар гимназияһын, Ырымбур Неплюев хәрби уч‑щеһын (ҡара: Неплюев кадет корпусы), казак станицаларында мәктәптәр асыуға, Ырымбур сик һыҙығын нығытыуға булышлыҡ итә. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыуҙы тыя, казактарҙың ер биләүенә тәртип индерә. 1820 й. идара итеүҙең кантон системаһын үҙгәртеү б‑са проект әҙерләй, был проект башҡорттарҙың ризаһыҙлығына килтерә, күп аҡса сығымдары талап итеүгә бәйле ЭЭМ‑да яҡлау тапмай. 1829 й. ваба эпидемияһына бәйле карантин индерә һәм ауырыуҙы бөтөрөү б‑са әүҙем саралар күрә. 1830—42 йй. С.‑Петербург хәрби ген.‑губернаторы. Дәүләт советы ағзаһы (1830). Бриллиантлы (1841) Изге Андрей Первозванный (1834), 3‑сө дәрәжә Изге Георгий (1807), 1‑се (1812) һәм 2‑се (1808) дәрәжә Изге Владимир, бриллиантлы (1811) Изге Александр Невский (1809), Аҡ Бөркөт (1834), 1‑се (1799), 2‑се (1798) һәм 3‑сө (1798) дәрәжә Изге Анна орд., алмаслы алтын ҡорал (1812), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин