ЭССЕ (фр. essai), ниндәй ҙә булһа бер күренешкә авторҙың шәхси күҙаллауын сағылдырған һәм баштан уҡ уны тулыһынса аңлатыуға дәғүә итмәгән бәләкәй күләмле һәм ирекле композициялы проза әҫәре. Эссеистика синкретизмға тартыла (асылда художестволы башланғыстар публицистик һәм фәлс. башланғыстар м‑н ҡушыла); стиленә образлылыҡ һәм тапҡырлыҡ хас. Башҡорт әҙәбиәтендә һәм публицистикала И.Ә. Абдуллин, Н.Асанбаев, Р.Ғ. Солтангәрәев, Й.Ә.Солтанов, Ә.М. Сөләймәнов, Т.Б.Сәғитов, Я.Х.Хамматов, Ғ.Ғ.Шафиҡов, Р.Б.Әхмәтов, М. Ямалетдин һ.б. ижадында осрай.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов