ӘШӘЛСӘ (Orchis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йомортҡа рәүешендәге тамырбүлбеле күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 10— 50 см. Япраҡтары бөтөн, ҡыяҡ йәки ланцет формаһында, ултырма, һүрәтһеҙ йәки төбөндә көрән күк‑ҡуйы ҡыҙыл таптар була (ир Ә.). Сәскәләре тоноҡ алһыуҙан алып көрән күк‑ҡуйы ҡыҙыл төҫкә тиклем; ирене өс айырсалы, оҙонайған ҡыуыш үҫентеле. Сәскәлеге күп сәскәле, башаҡҡа оҡшаш. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июнь—июлдә өлгөрә. Ир Ә. респ. төньяҡ‑көнсығышындағы һәм Көньяҡ Уралдағы урманлы болондарҙа һәм аҡландарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, көйгән Ә. — ҡоро болондарҙа һәм болонло далаларҙа, турҡалы Ә. Башҡортостандың Урал алдындағы һәм Башҡортостандың Урал аръяғындағы уйһыу һаҙлыҡ ситтәрендә, карбонатлы тупраҡтарҙа үҫә. Декоратив үҫемлектәр.Дарыу үҫемлектә­ре, составында лайлалар, фенол берләшмәләре һ.б. булған тамырбүлбеләре ветеринарияла һәм медицинала ҡулланыла. РФ‑тың һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова