ӘШӘЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡарағай й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 267 кеше; 1939 — 294; 1959 — 290; 1989 — 270; 2002 — 280; 2010 — 233 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Билән урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Красноуфимск өйәҙендә нигеҙ һалына, 19 б. аҙ. алып билдәле. Л.Х.Сәмситова ошо ауылда тыуған.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев