ӘШӘ‑БАЛАШОВ ЗАВОДЫ, 1899 й. ағалы‑ҡустылы Н.П. һәм И.П. Балашовтар тарафынан Эҫем заводтары дайсаһында суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Ба­лашовтар, 1913 й. алып “Эҫем тау заводтары йәмғиәте” составында; 1917 й. национализациялана. Эҫем тау округына ингән. 1899 й. эшләй башлай. 1913 й. заводта 3 мартен һәм 2 домна мейесе була. 1906 й. заводта – 502, 1911 й. 1824 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. 1900— 18 йй. заводта яҡынса 20 млн бот суйын һәм 19 млн бот ҡорос иретелә; макс. етештереүсәнлек — 2,1 млн бот суйын һәм 2,9 млн бот ҡорос (1914). 1992 й. алып “Әшә металлургия заводы” ААЙ. Завод торамаһы урынында Әшә ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. Из истории южноуральских горных заводов ХVIII—XIX веков: Историко‑краеведческие очерки. В 2 ч. Уфа, 1985.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин