ӘШӘ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 105 км һәм Әшә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Әшә й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.Халҡы:1920 й.– 117 кеше; 1939 – 210; 1959 – 162; 1989 – 136; 2002 – 148; 2010 – 121 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

20 б. башында Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1920 й. Әшә ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Х.Нуриева

Тәрж. Д.К.Үзбәков