“ЭСКАДРОН”, башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан 1929 й. БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 2‑се Төрөкмән а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Харис Хәкимовтан яҙып алына, шиғри тексы “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында, ноталар м‑н К.Й.Рәхимов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын С.Ә.Галин, И.В.Салтыков яҙып ала. Фәлс. йыр. “Э.” башҡорт яугирҙарының Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыуына бәйле барлыҡҡа килә. Текста айырылышыу алдынан тыуған Уралының матурлығын маҡтап йырлаусы башҡорт яугир‑кавалерисының хистәре һүрәтләнә. Йырға киң диапазон (дуодецима), фраза аҙағында алмашыныусан ритмлы орнаменталь боролоштар хас; көйө минор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Мелодик йүнәлештең кульминацияға табан талғын хәрәкәте айырылышыу һағы­шын көсәйтә. Башҡарыусылар араһында Ә.Д.Исҡужин, Ф.Ә.Килдейәрова, А.А.Солтанов, А.К.Тимеров бар. “Э.” Х.Ф.Әхмәтов тауыш һәм фп., И.И. Хисаметдинов — орган, А.А.Эй­хенвальд симфоник оркестр өсөн эшкәртә. Шулай уҡ йырҙың “Иҫке эскадрон”, “Яңы эскадрон” исемле варианттары бар.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова