ӘШРӘПОВ Әсхәт Тажетдин улы [15.4.1931, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 19.4.2008], кинооператор. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1979). Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлағандан һуң (1955; Э.К.Тиссэ һәм А.В.Гальперин оҫтаханаһы) “Казахфильм” к/ст кинооператоры, 1961 й. алып “Эдельвейс” к/ст (Ҡаҙағстан) директоры. 30‑ҙан ашыу нәфис һәм документаль фильм, ш. иҫ. “Кыз­Жибек”, “Атамандың үлеме”, “Әсә тураһында риүәйәт” (Халыҡ‑ара кинофестивалдәрҙә Гран‑при, Карловы Вары ҡ., Чехословакия; Джакарта; икеһе лә – 1967), “Дошман, туғыҙынсы улдан ҡурҡ” (Халыҡ‑ара кинофестивалдә Гран‑при, Сан‑Себастьян, Испания, 1990), төшөргән. Ҡаҙаҡ ССР‑ының Дәүләт пр. лауреаты (1967, 1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Ф.Б.Йомағужина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов