ӘҺЛИУЛЛИН Миңлеәхмәт Кәбир улы (23.2.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Талас‑Моҡша а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Талас а., — 21.8.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1955).1953—87 йй. Стәрлетамаҡ р‑ны мәктәптәрендә эшләй. “Беҙ урманда йәшәйбеҙ” исемле тәүге китабы 1974 й. сыға. “Әсә мөхәббәте” (1974), “Һандуғас инәй һәм уның дуҫтары” (1980) повестарының темаһы — 1970—80 йй. ауыл йәштәренең рухи донъяһы һәм хеҙмәт батырлығы. “Стәрле” (1996) романында Стәрлетамаҡтың үткәне һәм хәҙергеһе, уның кешеләре т‑да бәйән ителә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йылансая мажаралары: повесть. Өфө, 1981.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов