ЭРОЗИЯ (лат. еrosio — ашау) геоморфологияла, тау тоҡомдарының ер өҫтө һыуҙары тарафынан ашалыу процесы. Рельефты формалаштырған төп факторҙарҙың береһе. Э. тау тоҡомдарының ағым көсө тарафынан механик йыуылыуы, тау тоҡомдарының химик эреүе һ.б. юлдар м‑н бара. Э. һыу, ел, диңгеҙ һ.б. төрҙәре айырыла. Аҡма характерына бәйле һыу Э. һыҙма йырылыу һәм яҫылыҡтың йыуылыуына бүленә. Һыҙма йырылыу йырҙа ағымы үҙәгенең боҙолоуына алып килә, йылға үҙәндәрен, бураҙна, уйым, йырындар барлыҡҡа килтерә, рельефтың бүлгеләнеүенә булышлыҡ итә; айырыуса кәүшәк йәки еңел йыуылыусан төп тоҡомдарҙан торған ҡалҡыу рельеф шарттарында әүҙем күҙәтелә. Йырҙаһыҙ ағыусы ямғыр һыуҙары һәм ирегән ҡар һыуҙарынан яҫылыҡтың йыуылыуы (бәләкәй ағымдар рәүешендә битләүҙән ағып төшөп, ашалыуҙың кәүшәк продукттарын йыуа һәм битләү итәгендә делювий барлыҡҡа килтерә) битләүҙәрҙең емерелеүенә, һыу айырғыстарҙың түбә­нәйеүенә һәм рельефтың дөйөм тигеҙләнеүенә, һөрөлгән битләүҙәрҙә — тупраҡ эрозияһына килтерә. Э. м‑н көрәшеү өсөн гидротехник, мелиоратив, агротехник, ойоштороу‑хужа­лыҡ һ.б. эрозияға ҡаршы системалар ҡулланыла. Һыҙма йырылыу ҙур йылғаларҙың текә төп ярҙарында, атап әйткәндә, Өфө яйлаһы сиктәрендә, Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарында йыш ҡына йырылып емерелеү м‑н бәйле күп йырындар рәүешендә, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы битләүҙәрендә һ.б., яҫылыҡтың йыуылыуы — һыу айырғыстары битләүҙәрендә күҙәтелә.

П.Н.Швецов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов