ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы [15.3.1915, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл а.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Бүләк а. (ТР‑ҙың Мөслим р‑ны) — 29.10.1988, Туймазы ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). 1938 й. Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 1 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлаған (Өфө, 1945). 1936—38 йй. һәм 1942—44 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. алып Брянск һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 309‑сы уҡсылар див. 955‑се уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы сержант Ә. 1942 й. 22 сент. Киевтан көньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. башлап Туймазыла йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Баҡалы р‑нының Баҡалы а. урам аталған.

Әҙәб.: П е ч и щ е в П. Перед рассветом //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин