ӘХӘТОВА Ираида Әбүбәкер ҡыҙы (10.1.1946, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Мулла а.), зоотехник. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), а.х. ф. д‑ры (1995), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991, 1992). БАХИ‑ны тамамлаған (1977). 1974 й. башлап Биология ин‑тында, 1978 й. —Бөтә Союз тоҡомсолоҡ эше ҒТИ‑ның Башҡ‑н йылҡысылыҡ лаб.; 1988 й. алып БНИПТИЖиК‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. башлап ғилми секретарь; 1992 й. — БНИИСХ‑ла лаб. мөдире, 1995 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 1996— 1999 йй. БР ФА‑ның А.х. бүлексәһендә, 2006—16 йй. Биол., мед. һәм а.х. фәндәре бүлексәһендә ғилми секретарь; бер үк ваҡытта 1995—2006 йй. БДАУ‑ҙа (1999 й. алып а.х. малдарын үрсетеү каф. мөдире). Ә. тарафынан урындағы йылҡы тоҡомдарын камиллаштырыу теорияһы һәм ысулдары, 2017—2040 йй. Йылҡыларҙың башҡорт тоҡомон бонитировкалау б‑са инструкция эшләнә. 270‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. С.А.Ҡунаҡбаев ис. пр. лауреаты (2012). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2011), Салауат Юлаев (2016) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Молочное коневодство: племенная работа, технологии производства и переработки кобыльего молока. Уфа, 2004; Генетические методы в селекции молочных коров и лошадей. Уфа, 2009 (авторҙ.); Лошадь: о башкирской породе лошадей (Традиционная и современная культура Республики Башкортостан). Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев