ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы [14.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Баҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1975). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ инженеры, өлкән инженеры. 1952— 83 йй. Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығында: бүлек нач., етештереү б‑са нач. урынбаҫары, баш инженер, 1970 й. алып идаралыҡ нач., бер үк ваҡытта 1975—95 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. Ә. ҡатнашлығында Туймазы—Өфө, Туймазы—Омск, Шкапов—Ишембай нефть үткәргестәре, Өфө—Омск, Өфө—Петропавловск һ.б. продукт үткәргестәр төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. А.Н.Күсеев