ӘХӘТОВ Искәндәр Шәүҡәт улы (18.8.1956, Өфө), физик‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Ш.Н.Әхәтовтың улы. МДУ‑ны тамамлаған (1979). 1982—2000 йй. БДУ‑ла уҡыта (1991 й. алып тотош мөхиттәр механикаһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1993—2000 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары. 1994 й. башлап РФА Өфө ФҮ‑нең Механика ин‑тында: лаб. мөдире, 2000й. —дир., 2003 й. —баш ғилми хеҙм‑р. 2003 й. алып Төньяҡ Дакота штаты ун‑тында (АҠШ), бер үк ваҡытта 2011 й. башлап БДУ‑ла Дисперслы системаларҙың микро‑һәм наномасштабтағы динамикаһы үҙәге етәксеһе. 2014 й. алып Сколково фән һәм технологиялар ин‑тының Проектлау, производство технологиялары һәм материалдары үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы һәм Ньютондыҡы булмаған системаларҙың һыҙыҡһыҙ динамикаһы, физик акустика, математик модель әҙерләү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ә. тарафынан яныуҙың стационар булмаған режимдары һәм күҙәнәкле шартлаусан матдәләрҙең детонацияһы теорияһы, микрокапиллярҙарҙағы аэрозоль ағымдарын фокусҡа йыйыу ысулдары; ҡыуыҡлы системаларҙа акустик тулҡындарҙың һыҙыҡлы бул­маған тәьҫир итешеүе теорияһы эшләнә, математик физика тигеҙләмәләренең квазилокаль симметрияһы теорияһы үҫтерелә, Ньютондыҡы булмаған шыйыҡсалар гидродинамикаһында буталсыҡ тирбәлеүҙәр барлыҡҡа килеү механизмы, газ ҡыуыҡсаларын һәм ҡыуыҡса кластерҙарын үтә ныҡ итеп ҡыҫыуҙың физик механизмдары тикшерелә. Ҡыуыҡсалы системалар сонолюминесценцияһы һәм акустик үҙенән‑үҙе ойошторолоуының гидродинамик теорияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Нефть сығарыу һәм эшкәртеү технологик процестарының моделдәрен әҙерләүҙә күп фазалы системалар механикаһы ысулдары ҡулланыла. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1985).

Х е ҙ м.: Spatiotemporal Dynamics of Acoustic Cavitation Bubble Clouds Philosophy Transactions of the Royal Society of London. A. 1999. Vol.357 (авторҙ.); Nonlinear Acoustics in Fluids //Springer Handbook of Acoustics. New York. 2007 (авторҙ.).

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов