ӘХӘТОВ Ғәбделхәй Хөррәм улы (8.9. 1927, ТАССР‑ҙың Иҫке Айман а. — 25.11.1986, Яр Саллы ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1965), проф. (1970). Ҡазан пед. ин‑тын тамамла­ған (1951). 1954 й. алып Тубыл пед. ин‑тының татар теле каф., 1958 й. – БДУ‑ның татар теле һәм әҙәбиәте каф.,1980 й.– Алабуға пед. ин‑тының татар филол. каф. мөдире. Фәнни эш­мәкәрлеге диалект һәм һөйләштәрҙе, хәҙ. татар теленең лексикологияһын, лексикографияһын тикшереүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. татар теленең фразеологик һүҙлеге (1982), вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы.

Х е ҙ м.: Диалект западносибирских татар. Уфа, 1963; Языковые контакты народов Поволжья //Расцвет, сближение и взаимообогащение культур народов СССР. Уфа, 1970.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов