ӘХТӘМОВ Хәсән Баһҙый улы (1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Аллағыуат а. — 30.5.1944, Редиул‑Алдей а., Румыния), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. февр. алып 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армияның 294‑се уҡсылар див. 857‑се уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой Ә. Яссы ҡ. төньяҡ­тараҡ Редиул‑Алдей а. өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Стәрлетамаҡ р‑нының Наумовка а. Геройға һәйкәл ҡу­йылған; ш. уҡ р‑ндың Кантюковка а. Ә. исеме м‑н урам аталған һәм ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Салауат ҡ. бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: К о л я д и н Ф. Жаворонок //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин