ӘХТӘМОВ Хәбибулла Абдулхаҡ улы [7.1.1883, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Төркәй а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 6.2.1938, Өфө], дин әһеле. Ахун (1917). 1918 й. аҙ. тиклем Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Һынташ а. мәсетендә, Өфөнөң 6‑сы йәмиғ мәсетендә имам‑хатип, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ағзаһы. Халыҡ алдында дини эшмәкәрлектән баш тартҡандан һәм Мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты составынан сыҡҡандан һуң (1927) Өфө пед. техникумында уҡытҡан. 1936 й. “аҡ эмигранттар ойошмаһы менән бәйләнештә торған өсөн” ҡулға алынған һәм хөкөм ителгән [Харбин ҡ. (Ҡытай) баҫылып сыҡҡан һәм Волга буйы Болғарында исламдың 1000 йыллығына арналған гәзитте һаҡлауы һылтау була]. Төрмәлә вафат булған. 1956 й. аҡланған.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина