ӘХТӘМОВ Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы [15.1.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Башҡорт Үргене а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009), БАССР‑ҙың атҡ. мәктәп уҡытыусыһы (1989), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) 1961 й. тиклем БАССР Мәғариф министрлығының мәктәптәр инспекторы, 1964 й.

алып ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре, 1972—2013 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең лексикологияһына, һүҙьяһалышына, лексикографияһына арналған. Ә. “Хәҙерге башҡорт теле” (3 китапта, 1978—1980), “Хәҙерге башҡорт теле: лексикология, фразеология, лек­сикография”(2002)хеҙмәттәрендә хәҙ. башҡорт телендәге аҙ өйрәнелгән лексика‑һүҙьяһалыш процестары тикшерелә. Башҡорт теленең омонимдар (1966, 1986), антонимдар (1973, 1987), морфемалар (1982), грамматика (1994), кире (1999), мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (2008) һүҙлектәре авторы; “Башҡорт теленеңһүҙлеге” аңлатмалы һүҙлеген төҙөүселәрҙең береһе. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы.

Х е ҙ м.: Хәҙерге башҡорт теле: һүҙьяһалыш. Өфө, 2000; Хәҙерге башҡорт теле: фонетика, графика, орфография, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш. Өфө, 2002 (авторҙ.); Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.).

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов