ӘХТӘМОВ Исмәғил Хәмит улы (15.1. 1937, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Мәндәғол а. — 3.6.2008, Белорет ҡ.), металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). 1955—59 йй. Күгәрсен р‑нында Мораҡ МТС‑ы комбайнсыһы, 1962—66 йй. СПТУ мастеры, 1966—2002 йй. Белорет металлургия комб‑тында һуҙыу станы операторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1977). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), 3‑сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.А.Ткачёв

Тәрж. А.Н.Күсеев