ӘХТӘМОВ Илдар Фуат улы (5.3. 1960, Өфө), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (2000). ТР‑ҙың атҡ. табибы (2008), ТР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1996). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) Ҡазанда эшләй: Балалар респ. клиник дауаханаһында; 1984 й. алып “Тергеҙеү травматологияһы һәм ортопедияһы” Татарстан ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә: 1989 й. башлап ғилми секретарь, 1994 й. — баш ғилми хеҙм‑р; 1999 й. алып Ҡазан мед. ун‑тының травматология, ортопедия һәм экстремаль хәлдәр хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге терәк‑хәрәкәт системаһы ауырыуҙарының биомеханикаһын, патогенезын, патофизиологияһын һәм уларҙы дауалау ысулдарын өйрәнеүгә арналған. Ә. тарафынан балаларҙа тыумыштан булған бот тайыуын, янбаш‑бот быуынының дегенерация‑дистрофия ауырыуҙарын дауалауҙың хирургик ысулдары камиллаштырыла, үҫеш кәмселектәре булған балаларҙа аяҡтарҙың торсион үҫеше теорияһы эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1995), акад. Г.А.Илизаров фонды пр. (1997) лауреаты.

Х е ҙ м.: Рациональный остеосинтез. Казань, 2011 (авторҙ.); Костный цемент в травматологии и ортопедии. Казань, 2014 (авторҙ.); Особенности стационарного этапа лечения переломов проксимального отдела бедренной кости. Казань, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина