ӘХТӘМОВ Ибраһим Әбүсүғүт улы (9.5.1880, Өфө — 1931), революция хәрәкәте эшмәкәре. Ә.Ә.Әхтәмовтыңулы. 1901—17 йй. РСДРП ағзаһы. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тында уҡыған (1901 й. ҡыуыла). Быуат башында Ҡазанда, Өфөлә, Харьковта һәм Таврия губернаһында партия эшендә була. 1903—06 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. тирәһендә Өфө округ судының присяжный вәкиле, 1913—16 йй. һәм 1918 й. Өфө ҡала думаһы гласныйы. 1917 й. яҙында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы, РСДРП‑ның Өфө берләштерелгән ойошмаһы ком‑ты рәйесе, көҙөндә Өфө меньшевиктар ойошмаһы рәйесе. 1917—18 йй. Бөтә Рәсәй мосолман шураһы ағзаһы, Өфө дәүләт кәңәшмәһендәҡатнашыусы. 1922 й. алып СССР Үҙәк ҡулланыусылар йәмғиәте союзы юрисы (Мәскәү). 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнашыусы.

Әҙәб.: Ибн.Ә.Әхтәмов мәҡ. ҡарағыҙ.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. М.Х.Хужин