БАЙРАМҒОЛОВА Нилә Ильяс ҡыҙы (21.2.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а.), хор артисы (сопрано). БР‑ҙың халыҡ (1997), БАССР‑ҙың атҡ. (1975) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1975; Р.Д.Земчурина класы). 1969 й. алып Хор капеллаһы артисы, 2003 й. — Башҡ. филармонияһы администраторы. Б. репертуарында М.Сөндөклө шиғырына К.Й.Рәхимовтың “Дим буйында”, Ә.Әхмәт-Хужа шиғырына А.Х.Ғабдрахмановтың “Башҡортостан” хор әҫәрҙәрендә солист партиялары, башҡ. халыҡ йырҙары “Томан”, “Элмәлек” һ.б.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика